02 сентябрь 2010 йыл, 17:45
3 сентябрҙә Өфөлә Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы йыйылыш үтә
темалар: анонс
автор: Рәсүл Хәмиҙуллин
Иртәгә, 3 сентябрҙә, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтә. Сараға киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла. Үҙегеҙҙең ҡатнашыуығыҙ хаҡында 3 сентябрҙә төшкө сәғәт 12-гә тиклем (347) 279-73-00; 299-19-19 телефондары аша хәбәр итергә кәрәк.
Башлана – 17 сәғәттә.
Журналистар 16.30-ҙа йыйыла.



