4 декабрь, Йәкшәмбе

02 сентябрь 2010 йыл, 17:05

Өфө мэрияһы аквапарк төҙөлөшө мәсьәләһен хәл итергә ниәтләй

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Сентябрь аҙағында Өфөлә аквапарк төҙөү перспективаларының асыҡланыуы ихтимал. Комплекс проектын Англияның «Benoy» бюроһы әҙерләгән. Уның хаҡы 120 миллион доллар менән баһалана. Был ҡоролманы «Ҡашҡаҙан» паркында күтәреү планлаштырыла. Әлеге мәлдә төҙөлөш майҙанын билдәләнгән объекттар төҙөлөшөн алып бармаған инвесторҙар биләй.

Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Саттаровтың «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, әгәр төҙөлөш эштәренә киләһе йыл башына тиклем тотонмаһалар, компания үҙенең ерҙәрен юғалтасаҡ. Вице-мэрҙың әйтеүенсә, сентябрь уртаһында был мәсьәләне фирма-инвесторҙар етәкселәре менән тикшереү планлаштырыла.

Элекке Сипайлово баҙары урынлашҡан территорияла ла ҡаланың беренсе аквапаркы төҙөлөшө урынлашыуы ихтимал. Яҡын арала был майҙанды аукционға сығарырға планлаштыралар. Участка менән Төркиә бизнесмендары  ҡыҙыҡһына, улар унда аквапарк һәм ҡунаҡхана төҙөргә ниәтләй.

темалар: төҙөлөш