10 декабрь, Шәмбе

02 сентябрь 2010 йыл, 16:04

Өфөлә «Интернет көнө 2010» ҡала байрамы үткәрелә

автор: Любовь Колоколова

30 сентябрҙә Рәсәйҙә Интернет көнө билдәләнә. Йола буйынса Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте был дата уңайынан йыл һайын «Интернет көнө» ҡала байрамын үткәрә.  Быйыл ул 1 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында (Октябрь проспекты, 137) үтәсәк.

Байрам ҡунаҡтары өсөн бихисап викториналар, конкурстар һәм бүләктәр менән мауыҡтырғыс программа әҙерләнгән. Билдәле элемтә операторҙарының, программа тәьминәте һәм компьютер ҡорамалдары поставкалаусыларының күргәҙмә-презентацияһы ла ойоштороласаҡ. Ҡатнашыусылар составы быйыл һиҙелерлек артҡан. Белгестәрҙән ҡайҙа һәм нисек интернетҡа тоташырға, ҡайҙа һәм ниндәй компьютер һатып алырға, ниндәй хеҙмәттәр уңайлыраҡ һәм башҡалар тураһында белешергә мөмкин буласаҡ.

Күргәҙмәнән тыш  web-программалау, компьютер дизайны, видео-монтаж өлкәһендәге әйҙәүсе белгестәрҙең мастер-кластары ла планлаштырыла.

Өфө хакимиәте байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһын да бушлай лотерея менән шатландырасаҡ, әйткәндәй, уның төп призы – ноутбук.

Тулыраҡ мәғлүмәт http://ufacity.info/internet_day/2010/ сайында йәки 279-05-09 телефоны аша.