8 декабрь, Кесе йома

02 сентябрь 2010 йыл, 15:39

Нөгөштә наркотиктарҙы һүрәттәр һәм бейеүҙәр менән еңәләр

автор: Ольга Мортазина

Наркоконтролдең төп бурыстары — наркомафия менән көрәшергә генә түгел, йәштәр араһында ҙур профилактик эштәр ҙә алып барырға. Мәләүез районының Нөгөш ауылында республика ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән бергә «Сәләмәтлек маршруты» акцияһын ойошторҙо.

Белгестәр балаларҙы өс төркөмгә бүлде: кемдер бейеү майҙанында ҡалды, кемдер спортзалға йүнәлде, ә ҡалғандар эксперименталь ижади лаборатория булдырҙы. «Е-данс» студияһы заманса бейеү буйынса мастер-класс үткәрҙе, махсус тәғәйенләнеш отряды егеттәре балаларҙы һаҡланыу алымдарына өйрәтте, ә ижади майҙансыҡта психологтар балаларға, күҙ алдарына килтереп, ҡағыҙҙа бәхетле тормошто һүрәтләргә тәҡдим итте. Һәм, әлбиттә, был тормошта наркотиктарға урын юҡ ине.