2 декабрь, Йома

02 сентябрь 2010 йыл, 14:27

БДУ ректоры Әхәт Мостафин үҙенең блогын асты

автор: Эльмира Сабирова

Интернетта, «Тере журнал» http://mustafinag.livejournal.com/ биттәрендә хәҙер  Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафиндың да блогы бар. Аралашыуҙың бындай формаһын юғары уҡыу йорто етәксеһе вуз студенттары, уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр менән аралашыу, диалог режимында БДУ-ның артабанғы үҫеше мәсьәләләре һәм мөһим проблемалары буйынса фекер алышыу өсөн һайлаған.

— Беҙҙең университетта күп нәмә эшләргә, алмаштырырға, күп нәмәгә иғтибар итергә кәрәк. Һеҙ миңә бында иҫкәрмәгеҙ, конструктив кәңәштәрегеҙ һәм идеяларығыҙ менән ярҙам итерһегеҙ, тип ышанам, — тип яҙған Әхәт  Мостафин.

темалар: мәғариф