8 декабрь, Кесе йома

02 сентябрь 2010 йыл, 13:16

Республиканың 41 юғары уҡыу йорто студенттары өсөн уҡыу йылы башланды

автор: Эльмира Сабирова

Быйылғы уҡыу йылында республика территорияһында урынлашҡан 41 юғары уҡыу йортонда 175 меңдән ашыу студент уҡыясаҡ, шуларҙан бюджетта БР-ҙың ун дәүләт юғары уҡыу йортонда ғына (РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын иҫәпкә алмағанда) 10 мең самаһы кеше.

«Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, юғары белемле белгестәрҙе Башҡортостандың 12 дәүләт вузы һәм Мәскәү, Һамар, Силәбе, Ырымбур һәм Екатеринбург юғары уҡыу йорттарының 17 филиалы әҙерләй.

Шулай уҡ юғары белемле белгестәр әҙерләүҙе дүрт үҙ аллы дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорто һәм Мәскәүҙең һигеҙ дәүләткә ҡарамаған вуздарының филиалдары алып бара.

Юғары уҡыу йорттарында уҡыу 63 йүнәлеш һәм 233 белгеслек буйынса алып барыла.

темалар: мәғариф