8 декабрь, Кесе йома

02 сентябрь 2010 йыл, 11:30

БАГСУ фәнни ҡаҙаныштары өсөн наградалар менән билдәләнгән

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы яңыраҡ тағы бер тапҡыр әүҙем фәнни эшмәкәрлек алып барған юғары уҡыу йорто тип билдәләнде. 2009 йылда Бөтә Рәсәй иң яҡшы ғилми китап конкурсы һөҙөмтәләре буйынса «Российская бюрократия и развитие порядка обращения граждан в органы власти в истории России» китабы өсөн академия профессоры Сергей Кабашов һәм «Коммерческая тайна и ее экономическая природа» китабы өсөн доцент Динара Пескова лауреат исеменә лайыҡ булды.

Конкурсҡа ғалимдарҙың уҡытыу методикаһы, гуманитар һәм ижтимағи фәндәр, юриспруденция, экономика, менеджмент һәм маркетинг өлкәһендәге эштәре тәҡдим ителде. Эксперттар комиссияһы Рәсәйҙең 580 юғары уҡыу йортонан килгән дүрт меңдән ашыу заявканы ҡараған һәм алты номинацияла еңеүсене билдәләгән.  Илебеҙҙең күренекле ғалимдарынан торған ойоштороу комитеты, Рәсәй вуздары, улар араһында БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ла бар, үҙҙәренең ғалимдары менән ғорурлана ала, тип билдәләне.  

Иң яҡшы ғилми хеҙмәттәрҙе презентациялау быйылғы йылдың 7-8 сентябрендә Сочила үтәсәк Бөтә Рәсәй вуз фәндәре аҙналығы сиктәрендә үтәсәк. Сергей Кабашов менән Динара Пескованың китаптары Ватан мәғарифын үҫтереү фонды менән уҡыу процесында файҙаланыуға, Рәсәйҙә һәм сит илдә ҡайтанан баҫтырыуға тәҡдим ителде.

темалар: фән