9 декабрь, Йома

02 сентябрь 2010 йыл, 11:04

Наркополиция наркомандарҙы өс мең дозаһыҙ ҡалдырҙы

автор: Ольга Мортазина

Бер аҙна эсендә наркополиция менән 55 енәйәт асыҡланған, тип иҫәп-хисап бирә Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы. Дүрт килограмм марихуана, бер килограмдан ашыу мәк һаламы, 100 грамдан ашыу гашиш майы, шулай уҡ героин партияһы законһыҙ әйләнештән алынған. Тартып алынған наркотиктар күләме 450 мең һумдан ашыу сумма менән баһаланған 3 мең доза тәшкил итер ине.

Наркоконтролдең ышаныс телефонына республика граждандарынан бер аҙнала 19 мәғлүмәт килгән. Шуларҙың 90 проценттан ашыуында хәбәр раҫлау тапҡан.

«Мәк» операцияһы сиктәрендә Белоретта 24 йәшлек Учалы кешеһе ҡулға алынған. Унда оперативникар килограмдан ашыу марихуана тапҡан.

Асҡын районының Сураш ауылында 57 йәшлек ир тотолған, унда килограмдан ашыу мәк һаламы табылған.

Шулай уҡ операция сиктәрендә Бәләбәйҙә бығаса наркотиктар өсөн хөкөм ителгәне булған 36 йәшлек эшләмәгән ир-егет тотолған, — унда 150 грамдан ашыу марихуана һәм 100 грамм гашиш майы табылған.

Өфөлә бер фирманан алыҫ түгел «Химсервисремонт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 26 йәшлек менеджеры ҡулға алынған: ике килограмға яҡын марихуана табылған.