5 декабрь, Дүшәмбе

02 сентябрь 2010 йыл, 10:18

Өфөлә 17 төр сырҙың 15-е нормаға тап килә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгестәре Өфөнөң сауҙа селтәрҙәрендә бойондороҡһоҙ аккредитланған лабораторияла сифатҡа һәм хәүефһеҙлеккә экспертиза үткәреү өсөн сыр өлгөләрен һайланы. Ун төрлө ҡаты сыр, шулай уҡ ете төр йомшаҡ сыр алынды. Был акция ҡыҫҡа араға иҫәпләнгән «Ҡаты һәм йомшаҡ сырҙар сифаты» программаһы сиктәрендә үткәрелә.

Һөҙөмтәлә  тикшерелгән сырҙарҙың дөйөм иҫәбенән ике төрҙәге иретелгән сыр продукты ғына (11,7 процентлы) һөт һәм һөт продукцияһының техник регламенты талаптарына тура килмәй.  

Дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың ҡулланыусылар баҙарында тәҡдим ителгән сырҙарҙың ассортименты төрлө. Өфө магазиндарында һәм баҙарҙарында ситтән килтерелгән сырҙар 40-50 процентҡа күберәк. Рәсәйҙең күрше төбәктәренән ҡайтарылған сырҙарҙан тыш, Голландия, Германия, Дания һәм башҡа илдәрҙән индерелгән импорт продукция ла киң тәҡдим ителә. Урындағы етештереүселәр араһында һатыуға сырҙы «Бәләбәй һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Баҡалыһөт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Уфамолагропром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Вимм-Билль-Данн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең филиалы) сығара.