3 декабрь, Шәмбе

01 сентябрь 2010 йыл, 18:05

Рөстәм Хәмитов: Беҙҙең бурыс эшсе һөнәренең абруйын күтәреү

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Белем көнөндә Өфөнөң 52-се һөнәрселек-техник училищеһында булды, бында ул студенттар һәм уҡытыусылар, шулай уҡ Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең ветерандары менән осрашты. Был уҡыу йорто ошо берекмә өсөн белгестәр әҙерләй.

Күп йәштәр училищеға республиканың иң эре заводында хеҙмәт династияһын дауам итеү өсөн ата-әсәләре артынан килә.  

— Был уникаль предприятие, — тине Рөстәм Хәмитов, йәштәр менән аралашып. – Уҡыуҙы тамамлағас, унда эшләргә ниәтләгән йәштәр юлын дөрөҫ һайлаған. Һуңғы йылдарҙа эшсе белгеслектәренең абруйы төшөүе, һөнәри белем биреү системаһының нығытыуға мохтаж булыуы — икенсе эш.

Президент дөйөм техник предметтар һәм станоксылар әҙерләү кабинеттарын ҡараны, ашнаҡсы-кондитерҙар әҙерләү кластары менән танышты. Уҡытыусылар һәм студенттар электрон дәреслектәр, училище сайты һәм егеттәр практикала ҡулланған цифрлы идара итеү мөмкинлеге булған мини-станоктарҙы күрһәтте.  Шундай станоктарҙың береһен Рөстәм Хәмитов шәхсән үҙе тикшереп ҡарай алды.

Училище эшләй башлағандан алып бында металл эшкәртеү буйынса 20 меңдән ашыу квалификациялы эшсе әҙерләнгән. Сығарылыш уҡыусыларының 85 проценты йыл һайын «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә эшкә урынлаша. Бөгөн бында 200 самаһы кеше белем ала. Улар токарь, механик йыйыу слесары, киң профилле станоксы, программа менән идара ителеүсе станоктар операторы, электр-газ менән иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы-кондитер һөнәрҙәренә эйә була. «ӨМЭПБ» йәмғиәтенең база предприятиеһы менән берлектә уҡыу-производство комплексы үҫеше нигеҙендә юғары технологиялы авиадвигателдәр етештереү өсөн квалификациялы эшселәр һәм белгестәр әҙерләү буйынса инновацион программа әҙерләнгән.  Башлыса тап ошоноң арҡаһында 2008 йылда училище инновацион белем биреү программаларын индереүсе башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениелары араһында үткән икенсе бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан.  

Бөгөн училищеның проблемалары ла етәрлек. Шуларҙың береһе – йәштәрҙең эшсе профессияларын үҙләштерергә теләмәүе.

— Совет заманында уҡыусылар контингенты күберәк ине, — ти училище директоры Иршат Ғәлимов. – Бөгөн иһә эшсе белгеслектәренең абруйы ҙур түгел.  Йәштәр түләп булһа ла колледждарға һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә тырыша. Беҙгә йыш ҡына башҡа уҡыу йортона инә алмағандар килә.

Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт баҙарында эшсе профессияларға ихтыяж ҙур. Бик йыш шулай килеп сыға, түләүле юғары белем алған кешеләр эш таба алмай һәм эшсе һөнәре алыр өсөн училищеға килергә мәжбүр була.

Һөнәрселек-техник училищеларының беҙҙең көндәрҙәге икенсе проблемаһы– бюджет тәьминәтенең үтә түбән булыуында. Мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған уҡыусыларҙың туҡланыуына училищеның республика ҡаҙнаһынан алған дотацияһы көнөнә 10 һум 45 тин тәшкил итә.  Был аҡсаға егеттәрҙе туҡландырып булмауы аңлашыла. Әйкәндәй, Волга буйы федераль округында һәм дөйөм алғанда бар ил буйынса дотацияның уртаса күләме күпкә юғарыраҡ. Әгәр шул уҡ колледждар һәм юғары уҡыу йорттары үҙҙәренең финанс проблемаларын бюджеттан тыш средстволар иҫәбенә хәл итә алһа, һөнәрселек училищеларының бындай мөмкинлеге юҡ. Бында түләүле төркөмдәр асып булмай, сөнки түләргә мөмкинлеге булғандар эшсе профессияға уҡырға теләмәйәсәк, ә колледж йәки вузға өҫтөнлөк бирәсәк.

Һуңғы арала училищела юғары квалификациялы кадрҙар йәлеп итеү проблемаһы ла бар. Әгәр совет заманында бында Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең иң яҡшы мастерҙары уҡытһа, хәҙер уларҙың береһе лә бында килергә теләмәйәсәк. Заводта уртаса эш хаҡы 18 мең һумдан ашыу, ә училищела –биш мең самаһы. Һәм ике ставкаға эшләгәндә лә, ә училищелағы уҡытыусыларҙың күбеһе ошолай эшләргә мәжбүр, уларҙың эш хаҡы республика буйынса уртаса кимәлдәге эш хаҡынан күпкә кәм.

Эшсе белгеслектәренең абруйы төшөүе училище тамамлаусыларҙы көткән перспективалар менән дә аңлатыла. Уҡыуын тамамлаған йәш кеше заводҡа килгәс, тәүге арала ете меңдән әҙ генә күберәк эш хаҡы аласаҡ. Беҙҙең көндәрҙә был аҡсаға йәшәүе еңел түгел, ә ғаиләне ҡарауы бөтөнләй мөмкин булмаған хәл.  

Иршат Ғәлимов әйтеүенсә, сове осоронда училище тамамлаусылар кәм тигәндә 90 һум алған. Ул ваҡыттағы хаҡтар менән бындай эш хаҡы юғары һаналған. Ә тәжрибәле, юғары квалификациялы эшселәргә иһә юғары белемле белгестәр хеҙмәте менән сағыштырғанда бер нисә тапҡырға күберәк түләнгән.

— Һөнәри белем биреү проблемалары Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советының һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса комиссияның берлектәге ултырышында  ла әүҙем тикшерелде, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был тема бар ил өсөн көнүҙәк һанала. Һәм бөгөн беҙҙең уртаҡ бурыс — эшсе профессияһының абруйын күтәреү һәм бында уҡырға килгән, һуңынан ил сәнәғәтен үҫтергән йәштәрҙең лайыҡлы тормошон тәьмин итеү.

Осрашыу һуңында  Президент училище уҡыусыларына һәм уҡытыусыларына уҡыуҙа һәм эштә уңыштар теләне, уларҙың әлеге проблемаларының ҙур өлөшөн хәл итеүгә бөтә көсөн һаласағын белдерҙе.