Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Архангел районында 555 тонна һалам әҙерләнгән

Иҡтисад

Архангель районында мал аҙығы әҙерләү дауам итә. «Башинформ» агентлығына райондың ауыл хужалығы бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көндә 56 процент бесән, 70 процент сенаж әҙерләнгән. Шулай уҡ  555 тонна һалам бар. 1419 гектарҙа ужым культуралары сәселгән.

Көн элгәре Архангел районында эш визиты менән Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин булып китте. Ул тармаҡтың бер нисә предприятиеһын ҡараны. Шуларҙың береһе — «Уңыш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Унда 400 баш эре мал тотола. Әлеге ваҡытта 690 тонна бесән һәм 4100 тонна сенаж әҙерләнгән. Икенсе объект –«Табын» муниципаль унитар предприятиеһы. Министр бында өҫтөндә эшләргә  кәрәк проблемалар булыуын билдәләне. Атап әйткәндә, ул, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә малдарҙы ҡышлатыу өсөн биналар әҙерләргә кәрәк, тип белдерҙе. Предприятиеның ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән 410 тонна бесәне һәм 2800 тонна сенажы бар. Азат Йыһаншин 50 баш эре мал аҫралған «Рязановка» крәҫтиән-фермер хужалығында ла булды.  

Ведомство башлығы районда ауыл хужалығы үҫешенә һәм кешеләрҙең эш шарттарына бәйле проблемалар менән танышты. Министр районда малсылыҡты үҫтереү зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть