9 декабрь, Йома

01 сентябрь 2010 йыл, 13:03

Музейҙар Асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра

автор: Әлфиә Әһлиуллина

1 сентябрҙә Өфөнөң бер нисә музейында – Асыҡ ишектәр көнө. Шул рәүешле республика музейҙары Рәсәйҙә йола буйынса көҙҙөң беренсе көнөндә билдәләнгән Белем көнөнә ҡушылырға булған.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, акцияға Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Республика Хәрби Дан музейы, БР Милли әҙәби музей, Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы ҡушылған.  

Был музейҙарға килеүселәр 1 сентябрҙә билеттарҙы бушлай аласаҡ. Теләгәндәр экскурсияға заказ бирә ала.

темалар: музейҙар