8 декабрь, Кесе йома

01 сентябрь 2010 йыл, 11:26

Иртәгә Башҡортостанда Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнө уңайынан тантаналар үтәсәк

автор: Николай Ермоленко

2 сентябрҙә Башҡортостанда 2010 йылдың яҙғы сесияһы осоронда Дәүләт Думаһы менән ҡабул ителгән һәм Федерация Советы менән раҫланған федераль законға ярашлы Рәсәйҙә беренсе тапҡыр билдәләнеүсе Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнө уңайынан тантаналы саралар үтәсәк.  

Өфөлә, Ленин урамы башланған ерҙә, Ленин исемендәге паркта, тантаналы митинг һәм Александр Матросов һәйкәленә сәскәләр һалыу үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Эҙәрмәндәр отрядтары фонды һәм Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты  менән ойошторолған тантаналы митингыла республика етәкселеге вәкилдәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары ағзалары, эҙәрмәндәр ҡатнашасаҡ. «Рено» автоконцернының Өфөләге рәсми дилерынан БР Эҙәрмәндәр отрядтары фондына ҡиммәтле бүләктәрҙе тантаналы тапшырыу ҙа планлаштырыла.  

Митинг сәғәт 10-да башлана.

Ошондай уҡ митинг Өфө районының Булгаков ауылында ла үтәсәк. Унда Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнөн байрам итеүҙе ойоштороуҙа район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты менән берлектә “Ҡарлуғас” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы ла ҡатнаша. Һәләк булғандарҙы иҫкә алырға, һуғыш һәм тыл ветерандарына рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә, хөрмәт белдерергә ауыл һәм район йәштәре йыйыласаҡ.