7 декабрь, Шаршамбы

01 сентябрь 2010 йыл, 10:56

Республика йылына арналған иң яҡшы фотоһүрәттәр «Тамға–2010» күргәҙмәһендә билдәләнәсәк

автор: Любовь Колоколова

28-30 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк XIII «Тамға – 2010. Медиаиндустрия. Полиграфия. Реклама» төбәк-ара махсус күргәҙмәһе сиктәрендә Республика йылына арналған республика фотоконкурсы үткәрелә.

Конкурста профессиональ фоторәссамдар, фотоһәүәҫкәрҙәр һәм БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ҡарамағындағы киң мәғлүмәт сараларының фотохәбәрселәре ҡатнаша ала.

Конкурс еңеүселәре — аҡсалата приздар, ҡатнашыусылар дипломдар менән бүләкләнәсәк.

Фотоматериалдар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө, Киров урамы, 45, матбуғат сараларын үҫтереү, мәғлүмәт тәьминәте һәм анализ бүлеге, 413а һанлы кабинет. Телефон: 273-51-37.

Эштәрҙе ҡабул итеү ваҡыты 15 сентябргә тиклем оҙайтылған.