10 декабрь, Шәмбе

01 сентябрь 2010 йыл, 10:03

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

31 августа Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса комиссияның берлектәге ултырышында ҡатнашты. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев рәйеслегендә үткән ултырышта илдә һөнәри белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.

Мәғариф системаһын модернизациялау зарурлығын Рәсәй Президенты хәл итеүҙе талап иткән төп мәсьәләләрҙең береһе тип атаны.  Дмитрий Медведев фекеренсә, мәғариф системаһына хеҙмәт баҙарында ысынлап та ихтыяж булған кадрҙар әҙерләргә кәрәк. “Бизнес-берләшмә буласаҡ белгестәргә заказ төҙөргә тейеш”, — тип билдәләне ул.  Бының өсөн кадрҙар ресурстарына ихтыяждарҙың төбәк-тармаҡ күҙаллауҙары, йәғни “аныҡ заказ кәрәк” тигән фекерҙә дәүләт башлығы.  

— Ил күләмендә ниндәй кимәлдәге, ниндәй квалификациялы һәм күпме белгес кәрәклеген аныҡ белергә кәрәк. Эшҡыуарҙар берләшмәһе менән бергә дәүләт ошо һорауға яуап бирергә тейеш, — тине Дмитрий Медведев.

Дәүләт Советында төп доклад менән мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко сығыш яһаны. Ултырышта ҡайһы бер уҡыу йорттары вәкилдәренән һөнәри белем биреү системаһын модернизациялау буйынса ла тәҡдимдәр булды.

Мәскәүгә эш сәфәре сиктәрендә Рөстәм Хәмитов “Рәсәй нанотехнологиялар корпорацияһы” дәүләт корпорацияһының генераль директоры Анатолий Чубайс менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостан Президенты республиканың нанотехнологиялар үҙәге ойошторорға әҙерләнеүе хаҡында хәбәр итте. “Башҡортостанда нанотехнологиялар кластерын булдырыу өсөн махсус программаларҙы йәйелдереүгә бөтә тейешле тәүшарттар бар”, — тине Рөстәм Хәмитов. Республика Президенты «Роснано» етәксеһенә әле Башҡортостанда Нанотехнологиялар үҙәген һәм Ҙур күләмле наноструктур металл материалдар эшләү һәм ғәмәлгә индереү буйынса ғилми технологик үҙәк ойоштороу проекттарын тормошҡа ашырыуға әҙерлек барыуы хаҡында хәбәр итте. Үҙәктәр тейешле инфраструктура булдырыу проблемаларын хәл итергә тейеш. Рөстәм Хәмитов, республика проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа, шул иҫәптән берлектә финанслау, административ һәм лаборатор маҡсаттар өсөн майҙандар биреү йәһәтенән бөтә яҡлап булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне.

Осрашыуҙа шулай уҡ “Технологик алға китеш” проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән “Роснано” дәүләт корпорацияһының берлектәге эше тикшерелде. Яҡтарҙың фекеренсә, проекттың көнүҙәклеге уның граждан авиацияһы техникаһын үҫтереү һәм Рәсәйҙә фронт авиацияһының перспективалы авиация комплексын ойоштороу буйынса федераль программаларға бәйлелеге менән иҫбатлана.

темалар: бр президенты