8 декабрь, Кесе йома

01 сентябрь 2010 йыл, 9:00

Белем көнө менән!

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов педагогтарҙы, уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы. Төбәк башлығының ҡотлауында, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Хәҙерге йылдам үҙгәреүсән донъяла белем ышаныслы капиталға, кешенең киләсәгенә ҡиммәтле нигеҙгә әйләнә. Ә кешеләргә ғүмере буйына өҙлөкһөҙ белем биреү, уларҙы һөнәри яҡтан камиллаштырыу замандың төп талаптарына әүерелә.

Әле мәғариф өлкәһен әүҙем модернизациялау тормошҡа ашырыла – уҡытыуҙың яңы алымдары һәм формалары, мәғлүмәт технологиялары ғәмәлгә индерелә, уҡыу йорттарының инновацион инфраструктураһы киңәйтелә.

Мәғариф системаһына республика бюджетының 30 проценты самаһы йүнәлтелә һәм был бәләкәй булмаған сығымдарҙы ҡулайлаштырыу мөһим. Һөҙөмтәлә беҙ юғары сифатлы белем биреү хеҙмәттәренә эйә булырға тейешбеҙ.

Яңы мәктәптәр төҙөүгә уйланылған ҡараш булдырыу менән бер рәттән ғәмәлдәге мәктәптәрҙе заманса белем биреү саралары, Интернетҡа киң инеү мөмкинлеге булған компьютерҙар менән йыһазландырыуға күберәк аҡса һалырға кәрәк. Шуны хәтерҙә тотоу мөһим, бөгөн заманса техника һәм мәғлүмәт технологиялары айырылғыһыҙ һөнәри инструментарий булған, командала эшләргә, үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итергә һәләтле кадрҙарға ихтыяж айырыуса ҙур.

Бөгөнгө ысынбарлыҡ шундай: беҙҙең юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар йыш ҡына алған белгеслеге буйынса эшкә урынлаша алмай, тейешле профессиональ компетентлыҡ күрһәтмәй. Был йәһәттән хеҙмәт баҙарының ысынбарлыҡтағы ихтыяждарынан сығып, белгестәр әҙерләүҙең юғары кимәлен тәьмин итеүсе яҡшы кадрҙар һәм фәнни-методик базаға эйә булған эре университет комплекстарының киләсәге бар.

Дөйөм алғанда, белем биреү өлкәһен үҫтереү артабан да төп өҫтөнлөктәребеҙ иҫәбендә ҡаласаҡ. Республикала йылдам үҫеш өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Бергәләп маҡсатҡа ярашлы, һөҙөмтәле һәм уңышлы эшләрбеҙ, тип ышанам!

Уҡытыусыларға ижади дәрт, уйланылған ҡарарҙар һәм эш кәйефе, ә уҡыусыларға һәм студенттарға белем алыуҙа ныҡышмалылыҡ, яңы уҡыу йылында ҡыҙыҡлы һәм тулы тормош теләйем.

Барығыҙға ла уңыштар, изгелек һәм именлек!

Башҡортостан Республикаһы Президенты Р. Хәмитов».