Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Әсәлек капиталынан бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙе һорап 5110 сертификат хужаһы мөрәжәғәт иткән

Иҡтисад

Бер тапҡыр бирелеүсе түләү башҡарыуға ғариза ҡабул ителә башлаған тәүге көндәрҙә үк әсәлек капиталы средстволарынан 12 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны һорап республиканың район һәм ҡалаларында Рәсәй Пенсия фонды идаралыҡтарына  5110 кеше мөрәжәғәт итте.

Был аҡсаны сертификат хужаларының барыһы ла, шул иҫәптән үткән йылда кисектергеһеҙ ихтыяжға 12 мең һум алғандар ҙа ала ала.  БР буйынса Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән аңлатыуҙарынса, әгәр ҡалған аҡса – әсәлек капиталы менән торлаҡ кредиттарын ҡаплағандан һуң, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балаларҙың белем алыуына түләгәндән һуң ҡалған өлөшө – 12 мең һумдан кәм икән, бер тапҡыр бирелеүсе түләү иҫәбегеҙҙә тороп ҡалған күләмдә башҡарыла.

Һоралған средстволар ғариза биргән кеше күрһәткән иҫәпкә ғариза биргәндән һуң ике айҙан да һуңға ҡалмайынса бер юлы күсерелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть