7 декабрь, Шаршамбы

31 август 2010 йыл, 17:50

Республика маҡсатлы инновацион программаһына үҙгәрештәр индерелде

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ағымдағы йылдың 26 авгусындағы ҡарары менән 2008–2010 йылдарға иҫәпләнгән Республика маҡсатлы инновацион программаһына үҙгәрештәр индерелгән. Был турала БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы хәбәр итә.  

Индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Программа сиктәрендә финанс ярҙам күрһәтеләсәк инновацион инфраструктура субъекттары исемлегенә индустриаль парктар индерелгән, шулай уҡ был субъекттарға, шул иҫәптән технопарктарға, индустриаль парктарға, инновацион кластерҙарға ярҙам итеүгә средстволар күләме һәм уларҙы ҡулланыу йүнәлештәре аныҡланған.