Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Быйыл Башҡортостанда 16 уйын йорто ябылған

Йәмғиәт

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары тыйылған уйын йорттарын асыҡлай. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың беренсе яртыһында ошондай 13 йорттоң эшмәкәрлеге туҡтатылған.

Контроль рейдтар барышында тикшереү буйынса 40 протокол һәм акт төҙөлгән, штрафтар суммаһы 623 мең һум тәшкил иткән.

Һуңғы тикшереүҙәр Өфөнөң Киров, Ленин һәм Совет райондарында үткәрелгән.  Улар һөҙөмтәһендә йәнә өс уйын йорто ябылған. 57 уйын ҡорамалы берәмеге тартып алынған.  

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тыйылған уйын йорттарын, башлыса, башҡа төбәктәр халҡы, атап әйткәндә, Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү һәм Силәбе өлкәләренән килгән кешеләр ойоштора. Еңел аҡса яратыусылар федераль закон менән тыйылмаған лотерея клубтары исеме аҫтында эш итә.

Психологтар фекеренсә,  игромания — ауырыу, һәм наркоманиянан бер нимәһе менән дә ҡалышмай. Ул ҙур ауырлыҡ менән дауалана. Табиптар бындай сирлеләрҙең артасағын күҙаллай.  

Уйын бизнесы менән көрәштә республика халҡынан Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу линияһына килгән мәғлүмәт тә әүҙем файҙаланыла. 229-73-03 телефоны аша һәр ваҡыт законһыҙ уйын йорттары хаҡында хәбәр итергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть