8 декабрь, Кесе йома

31 август 2010 йыл, 15:42

Сентябрҙә Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн бушлай өс консультация үткәрелә

автор: Любовь Колоколова

Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә сентябрҙә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай өс консультация үткәрелә. Улар эшҡыуарҙарға мәғлүмәт биреү һәм уларҙың юридик мәғлүмәтлелеген күтәреү маҡсатында ойошторола.

2 сентябрҙә «Бәләкәй һәм урта бизнесты кредитлау: банктан нисек кредит алырға?» темаһына консультацияны "МДМ Банк" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфөләге филиалының бәләкәй һәм урта бизнесты кредитлау бүлеге начальнигы Ольга Герцог үткәрә.

15 сентябрҙә «Хужалыҡ итеүсе субъекттың иҡтисади мәнфәғәтен судта яҡлау» темаһына консультация үтәсәк. Консультант — отставкалағы БР Арбитраж суды судьяһы Игорь Данилов.

29 сентябрҙә «Көрсөк осоронда финанс инвестициялар» темаһына «Альпари» компаниялар төркөмөнөң Өфөләге вәкиллеге етәксеһе урынбаҫары Алексей Иванов кәңәштәрен бирә.

Консультациялар 16 — 18 сәғәттәрҙә үтә. 241-47-44 телефоны буйынса алдан яҙылыу мотлаҡ. Офистың адресы: Өфө, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1.

темалар: эшҡыуарлыҡ