Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

1 сентябрҙә хоҡуҡ һаҡлаусылар араһында конкурс башлана

Йәмғиәт

Мәскәүҙең Хельсинки төркөмө 2010 йылда кеше хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә премияларға дәғүә итеүгә конкурс иғлан итте.

Беҙҙең илдә кеше хоҡуҡтарын яҡлау эшенә ҙур өлөш индергән һәм ағымдағы йылда үҙенең эшмәкәрлегендә ярайһы ҙур һөҙөмтәләргә ирешкән РФ граждандары йәки сит ил граждандары, шулай уҡ Рәсәй биләмәһендә даими йәшәгән гражданлығы булмаған шәхестәр премияға дәғүә итеүгә күрһәтелә ала.

Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән граждандар һәм ойошмалар премияға дәғүә итеүгә кандидаттар күрһәтеүгә хоҡуҡлы.

Премияға документтар 2010 йылдың 1 сентябренән 15 октябренә тиклем ҡабул ителә. Документтарҙы ябай почта йәки электрон почта аша ебәрергә мөмкин: 107045 Мәскәү, Оло Головин тыҡрығы, 22. Е-mail: mhg-main@online.ptt.ru

Халыҡ-ара кеше хоҡуҡтары көнөнә ҡарата йомғаҡ яһаласаҡ (2010 йылдың 10 декабре).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть