4 декабрь, Йәкшәмбе

31 август 2010 йыл, 14:40

Профсоюздар иң яҡшы студенттарға стипендиялар тапшыра

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы быйылғы йылдың 1 сентябренән профсоюз стипендияһы ала башлаясаҡ иң яҡшы алты студентты билдәләне. «Башинформ» агентлығына БР Профсоюздар федерацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, улар иҫәбенә Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Нефтекама машиналар эшләү колледжы һәм республиканың йәнә бер нисә мәғариф учреждениелары уҡыусылары ингән.

Ай һайын түләнгән стипендияның күләме юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн 1000 һум һәм урта махсус белем биреү учреждениелары студенттары өсөн 500 һум тәшкил итә. Күрһәтелгән кандидатуралар араһынан стипендиаттарҙы һайлап алғанда студенттарҙың өлгәшеүе һәм, иң мөһиме, уҡыу йортоноң профсоюз тормошонда әүҙем ҡатнашыуы иҫәпкә алынған.

Стипендиаттарға дипломдар тармаҡ профсоюздары рәйестәре менән 1 сентябрҙә тапшырыласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, профсоюз стипендияһы беҙҙең республикала 2003 йылдан алып түләнә. Әлеге мәлдә уны 72 студент ала.