7 декабрь, Шаршамбы

31 август 2010 йыл, 14:07

Максим Ульчев «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

31 августа «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ултырышында предприятиеға яңы етәксе тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры итеп Максим Ульчев тәғәйенләнде.

Биографик белешмә. Максим Владимирович Ульчев 1976 йылдың 12 февралендә Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. 1997-2007 йылдарҙа Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының Башҡортостан бүлексәһендә иҡтисадсы, бүлек начальнигы булып эшләй. Артабан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә хеҙмәт итә. БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары була.

Максим Ульчев бөгөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте коллективы менән таныштырылды.

Предприятиеның элекке етәксеһе Юнир  Аҙнабаев «Башҡортостан» телерадиокомпанияһына эшкә күсерелде, «Спутник FM» радиостанцияһын етәкләй.