10 декабрь, Шәмбе

31 август 2010 йыл, 13:06

Иглин ветеринарҙарына ташламалар буйынса бурыстарҙы ҡайтарҙылар

автор: Ольга Мортазина

Иглин районы прокуратураһы ауыл белгестәренә ярҙам саралары тураһындағы республика законын боҙоу осрағын асыҡлаған: «Иглин ветеринар станцияһы» дәүләт учреждениеһында 17 хеҙмәткәр ярты йыл дауамында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләүҙә ташламалар ҡулланыуҙан мәхрүм булған, улар алдындағы бурыс 30 мең һумдан ашыу тәшкил иткән. БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, станция етәкселегенә күрһәтмә бирелгән,  эшселәр алдындағы бурыс бөтөрөлгән, ике яуаплы хеҙмәткәр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.