8 декабрь, Кесе йома

30 август 2010 йыл, 17:33

Ишембайҙа Эмир Ниғәмәтйәновҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды

автор: Ольга Мортазина

23 августа республика Наркоконтроленә нигеҙ һалыусы, Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеүгә күп йылдарын биргән Эмир Әнүәр улы Ниғәмәтйәновҡа 60 йәш тулған булыр ине. Тел тейҙергеһеҙ хеҙмәт йылдарында Эмир Әнүәр улы ҡаҡшамаҫ авторитет һәм хеҙмәттәштәренең тәрән ихтирамын яулай.  

Тыуған көнөндә уның тыуған ҡалаһы Ишембайҙа — Федераль именлек хеҙмәте бүлексәһе бинаһында мемориаль таҡтаташ асылды, тип хәбәр итә Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Генерал Ниғәмәтйәнов исеме ташта ғына мәңгеләштерелмәй, наркоконтроль йыл һайын Ишембайҙа йүгереү- гандикап ойоштора, ә Өфөлә — тәүге тапҡыр генералдың үҙенең инициативаһы буйынса ойошторолған хоҡуҡ һаҡлау структуралары етәкселәре араһында волейбол ярыштары үткәрелеп килә.

темалар: хәтер