4 декабрь, Йәкшәмбе

31 август 2010 йыл, 11:07

Өфөлә сираттағы «Эш – йәштәргә!» акцияһы көтөлә

автор: Эльмира Сабирова

XX «Эш — йәштәргә!» республика йәштәр акцияһы Өфөлә, "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында, 7 сентябрҙә старт ала. Уны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы» дәүләт унитар предприятиеһы, Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге, Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге ойоштора.

Сараның төп маҡсаттары: эшһеҙ йәштәрҙең иҫәбен кәметеү, уларҙың хеҙмәт инициативаларын ғәмәлгә ашырыуға шарттар булдырыу, уҡыған йәштәрҙе даими һәм ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу, йәштәргә эш менән тәьмин итеү буйынса дәүләт органдарының һәм учреждениеларының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт биреү.  

Акцияла предприятиелар, учреждениелар һәм төрлө милектәге ойошмалар ҡатнашасаҡ.  

Акция сиктәрендә йәштәр эш табыуҙан тыш, эшкә урынлашыуға бәйле профориентацион ярҙам һәм юристар консультацияһын да аласаҡ.

"Эш — йәштәргә!" акцияһы республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында үтәсәк.