Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Салауат Юлаев» Марат Азаматов Мемориалында еңде

Йәмғиәт

Өфөнөң Спорт һарайында 1994 йылғы егеттәр араһында Марат Азаматов иҫтәлегенә халыҡ-ара турнир тамамланды.

Турнирҙы асыу матчындағы кеүек, финалда Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы менән Чехиянан ҡунаҡтар – «Энергия» (Карловы Вары) осрашты. Был юлы (беренсе матчта өфөлөләр еңгәйне – 4:0) «юлаевсылар» көсөргәнешле алышта өҫкә сыҡты — 4:3, улар турнирҙағы бөтә уйындарҙа ла еңелеү белмәне, тимәк, бәхәсһеҙ алтын наградалар алды.

«Металлург» (Магнитогорск) өсөнсө урын яуланы, ул «Нефтехимик»тағы тиҫтерҙәрен бер мәрәйгә генә отто (Нижнекамск) – 5:4.

Турнирҙың иң яҡшы уйынсылары иҫәбендә: ҡапҡасы Данил Романов һәм иң әһәмиәтле, кәрәкле уйынсы «Салауат Юлаев»тан Максим Богатыренко.

Теги: хоккей
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть