Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө ветерандары Рәсәй Президентынан наградалар алды

Сәйәсәт

30 августа Хөкүмәт Йортонда вице-премьер Фидус Ямалетдинов өс Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына «Еңеү» Рәсәй ойоштороу комитетының иҫтәлекле миҙалдарын тапшырҙы.

Улар менән Республика ветерандар советы рәйесе Марат Сабит улы Муллағәлләмов, «Трудовая доблесть России» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғилман Ғирфан улы Яҡупов, Республика ветерандар советы президиумы ағзаһы, йәштәр менән эшләү буйынса комиссия рәйесе Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин наградланды.

— Беҙҙең ветерандар ойошмаһы юғары баһа алды: Бөйөк Еңеүҙе билдәләр алдынан уның етәкселәре ҙур байрам хәстәрҙәрен үҙ өҫтөнә алды, һәм авторитеттары арҡаһында улар йәмғиәттең бар ҡатламдарын да берләштереүгә өлгәште, — тине Фидус Ямалетдинов. — Рәсәй Президенты Ҡарары менән улар «Еңеү» миҙалына лайыҡ булды.

— Хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалағаны өсөн Хөкүмәткә ҙур рәхмәт, — тип һүҙ алды Марат Муллағәләмов. — Беҙ уға артабан да мөмкин тиклем ярҙам итербеҙ, тип уйлайым.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть