10 декабрь, Шәмбе

30 август 2010 йыл, 13:00

Башҡортостан Президенты Татарстанды Республика көнө менән ҡотланы

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңнеханов исеменә телеграмма ебәрҙе, унда ул уны һәм бар Татарстан халҡын Республика көнө менән ҡотланы. Унда, атап әйткәндә, былай тиелә:

«Татарстан тарихы бөтә ил яҙмышы менән айырылғыһыҙ бәйле. Бөгөн республика иҡтисадтың юғары тиҙлектә һәм инновацион характерҙа үҫешеүе, социаль өлкәнең нығыныуы менән билдәләнә. Ошо нигеҙҙә уның тәбиғи, иҡтисади һәм рухи-мәҙәни ҡеүәте үҫтерелә.

Беҙ ике республика араһындағы дуҫлыҡты, үҫешеүсе күп яҡлы һөҙөмтәле хеҙмәттәшлекте юғары баһалайбыҙ. Улар төбәктәребеҙ именлеге хаҡына артабан да нығыныр, тип ышанам. Һеҙгә һәм бар Татарстан халҡына ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, һөҙөмтәле хеҙмәтегеҙҙә яңы ҙур ҡаҙаныштар теләйем!

Ихтирам менән, Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.Хәмитов».