Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Сибайҙа төбәк-ара медицина үҙәге ойоштороласаҡ

Йәмғиәт

Сибайҙың Үҙәк ҡала дауаханаһы нигеҙендә Урал аръяғы төбәк-ара медицина үҙәген ойоштороу планлаштырыла. Был мәсьәлә көн элгәре Сибайҙа республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә тикшерелде.

Дауахана өсөн күптән түгел яңы корпус төҙөлгән. Әммә буш биналарҙы йыһазландырыу, яңы ҡорамалдар һатып алыу менән бәйле мәсьәләләр әле һаман хәл ителмәгән.  Башҡортостандың Урал аръяғынан ҡайһы берәүҙәр Магнитогорскиға медицина ярҙамын һорап мөрәжәғәт итергә тура килә, тип ризаһыҙлығын белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов дауахана нигеҙендә төбәк-ара медицина үҙәген булдырыу мәсьәләһенә контроллек итеүҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры Фидус Ямалетдиновҡа йөкмәтте.

— Үҙәкте ойоштороуҙа БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Финанстар министрлығы, шулай уҡ БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты әүҙем ҡатнашырға тейеш, — тине төбәк башлығы. — Йәнә төҙөлөш эштәрен тамамлау ваҡытын, кадрҙар менән тәьмин итеүҙе, үҙәкте республика ҡаҙнаһынан финанслау мөмкинлектәрен алдан хәстәрләргә кәрәк.  

Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, бөгөн Сибайҙың Үҙәк ҡала дауаханаһы базаһында дүрт бүлексә ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителгән дә инде. Шул иҫәптән бында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары буйынса төбәк-ара үҙәк, район-ара онкология бүлексәһе, травматология буласаҡ. Улар Урал аръяғы төбәк-ара медицина үҙәгенең нигеҙен тәшкил итәсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть