Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Һәр шартлы мал башына 15,5 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән

Иҡтисад

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү әүҙем алып барыла. Бөгөнгә республикала һәр шартлы мал башына иҫәптә 15,5 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән. Бөтәһе 453 мең тонна силос, миллион ярым тоннаға яҡын сенаж, 475 мең тонна бесән әҙер. Шулай уҡ 537 мең тонна һалам запасы бар. Шуның 521 мең тоннаһы Башҡортостан территорияһында әҙерләнгән, ҡалған өлөшө – төбәктән ситтә. Был турала БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселекте интенсивлаштырыу һәм мелиорация бүлеге баш агрономы Таһирйән Мөхәмәтзиев хәбәр итте.

Мал аҙығы әҙерләү буйынса иң юғары күрһәткестәр Яңауыл районында теркәлгән. Унда алдағы мал ҡышлатыуға 10,3 мең тонна бесән әҙерләнгән, 35,3 мең тонна сенаж һалынған. Шулай уҡ районда ете мең тонна ярым һалам һәм 11,5 мең тоннанан ашыу силос бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть