7 декабрь, Шаршамбы

27 август 2010 йыл, 15:46

Муниципаль берәмектәрҙең III съезына әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы

автор: Галина Феоктистова

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең III съезына әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтә. Уны ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, «БР муниципаль берәмектәре Советы» Ассоциацияһы Идараһы рәйесе, Иглин районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡов алып бара.

Ултырышта сентябрҙә үтәсәк съезға, шул иҫәптән делегаттар һанына, саҡырылғандар исемлегенә ҡағылышлы һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелә. Урындағы үҙидараны үҫтереү тураһында докладтың төп тезистарына, съезды үткәреү форматына, пленар өлөштә сығыш яһаусылар исемлегенә, уларҙың сығыштары темаһына анализ яһарға планлаштырыла. «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсында еңеүселәрҙе наградлау тантанаһын үткәреү һәм «Муниципальный вестник Башкортостана» гәзитенең съезға ҡарата махсус сығарылышын әҙерләү буйынса тәҡдимдәр ҡараласаҡ.