4 декабрь, Йәкшәмбе

27 август 2010 йыл, 15:26

Көньяҡ Уралды үҫтереү программаһы был төбәкте көрсөктән сығарырға тейеш

автор: Евгений Рәхимҡолов

Баймаҡ районын, Сибайҙы һәм Башҡортостандың бөтә Көньяҡ Урал төбәген комплекслы үҫтереү программаһы республиканың был өлөшөн көрсөктән сығарырға һәм уны үҫтереүгә яңы этәргес бирергә ярҙам итәсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов вице-премьер, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажитдиновҡа ошо йүнәлештәге программаны әҙерләргә ҡушты.

— Программа Көньяҡ Уралда һалынған иҡтисади хәлде, уның ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе предприятиелары торошон, был яҡтың тәбиғи һәм кадрҙар ресурстарын иҫәпкә алып әҙерләнергә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бында башҡа төбәктәрҙән ҙур инвесторҙар йәлеп итеү кәрәклеге һәм бәләкәй бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыу иҫәпкә алынырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Көньяҡ Урал — республикабыҙ өсөн «хәүеф зонаһы» ул. Әгәр Башҡортостандың үҙәк һәм төньяҡ райондары быйыл тәүге тапҡыр ҡоролоҡҡа осраһа, Көньяҡ Урал өсөн был күнегелгән күренеш – ул ҡоролоҡтан дүртенсе йыл рәттән яфа сигә.  

— Уңайһыҙ һауа шарттарына ҡарамаҫтан, бында йәшәүсе кешеләр уны еңеп сығырға һәм бирешмәҫкә өйрәнгән, — тине Рөстәм Хәмитов. – Ләкин уларҙың барыһына ла, район һәм ҡала башлыҡтарынан башлап, хәҙерге баҙар шарттарында эшләргә өйрәнергә кәрәк. Беҙ барыбыҙ ҙа “көслө” еңгән донъя конкуренция майҙанында йәшәйбеҙ. Әгәр ошоно аңыбыҙға һеңдермәһәк һәм кәрәкле сараһын күрмәһәк, еңеләсәкбеҙ.