Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Яңы эшмәкәрлек миҙгелен Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды социаль инициативалар фестивале менән аса

Йәмғиәт

Өфө ҡала үҫеше йәмәғәт фонды яңы эшмәкәрлек миҙгелен социаль инициативалар фестивале менән аса, ул 15 сентябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Сарала ҡатнашыуға әүҙем ҡала халҡы, йәмәғәт һәм муниципаль ойошмалар, власть органдары, бизнес һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла.

Программала – пресс-конференция, проекттар күргәҙмәһен асыу, түңәрәк өҫтәлдәр һәм тематик секциялар, фондтың яңы проекттарының презентацияһы һәм хәйриә концерты.

Фестивалдең маҡсаттары һәм бурыстары — ҡала һәм уның халҡы файҙаһына социаль проблемаларҙы һөҙөмтәле хәл итеүҙә власть, бизнес һәм йәмәғәтселектең тырышлыҡтарын туплау, йәмәғәтселек иғтибарын реаль проекттарға һәм реаль кешеләргә йәлеп итеү,  профессиональ социаль берләшмәне үҫтереү һәм киңәйтеү, потенциаль партнерҙарҙы һәм попечителдәрҙе йәлеп итеү.  

Сара сәғәт 12-лә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть