9 декабрь, Йома

27 август 2010 йыл, 14:28

Октябрьскийҙа ҙур күн производствоһы төҙөү планлаштырыла

автор: Евгений Рәхимҡолов

Октябрьский ҡалаһында ҙур күн эшкәртеү фабрикаһы төҙөү планлаштырыла. Был турала Сибайҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Урал райондары башлыҡтары менән үткәргән кәңәшмә ваҡытында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров хәбәр итте.

— Бында беҙ Көньяҡ Урал төбәген буласаҡ производство өсөн терәк нөктәһе итеп ҡарайбыҙ, — тине Юрий Пустовгаров. – Бында сеймал йыйыуҙы һәм уны тәүге эшкәртеүҙе ойоштороп булыр ине. Завод ике-өс йылдан һуң буласаҡ, ләкин әҙерлек эштәрен бөгөн үк башларға кәрәк.

темалар: сәнәғәт