Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Республика Хөкүмәтендә медсоветҡа әҙерлекте тикшерәсәктәр

Йәмғиәт

Йома көндө, 27 августа, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә вице-премьер Фидус Ямалетдинов рәйеслегендә һаулыҡ һаҡлау буйынса республика советының 2010 йылдағы күсмә ултырышы капиталь төҙөлөш объекттарының әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәреләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге тапҡыр быйыл ул республика баш ҡалаһы – Өфөлә үтәсәк. Раҫланған планға ярашлы, сираттағы медицина форумына әҙерлек сиктәрендә Өфөлә ҡайһы бер һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөү, капиталь ремонтлау һәм уларҙы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу, шулай уҡ юлдарҙы ремонтлау һәм территорияларҙы төҙөкләндереү ҡаралған. Атап әйткәндә, әлеге ваҡытта дүрт объект — Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология корпусы, Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусы, Республика туберкулезға ҡаршы диспансерының хирургия корпусы һәм Республика психиатрия дауаханаһы комплексы төҙөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть