7 декабрь, Шаршамбы

27 август 2010 йыл, 13:27

Көньяҡ Уралдың проблемалары – ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланмауҙан

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Үҙ ресурстарың менән дөрөҫ эш итә белмәү – Башҡортостандың Көньяҡ Урал райондарындағы бөтә проблемаларҙың төп сығанағы. Был турала кисә Сибайҙа республиканың көньяҡ-көнсығыш ҡалалары һәм райондары башлыҡтары менән үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.  

—Сибайҙа, Баймаҡта һәм Баймаҡ районының ҡайһы бер ауылдарында булып, халыҡ, предприятиелар етәкселәре менән аралашып, был территорияларҙың ҙур тәбиғи һәм кадрҙар потенциалына эйә булыуына тағы бер тапҡыр инандым, — тине ул. – Бында ҙур урман запастары, туризмды, ауыл хужалығын үҫтереү өсөн яҡшы шарттар бар. Һәм урындағы халыҡ, тимәк, бер ниндәй матди, социаль проблемалар кисермәйенсә, кәмендә етеш йәшәргә тейеш. Шуға ҡарамаҫтан, был райондар республиканың күп өлөшөнә ҡарағанда, күрше өлкәләр тураһында әйтеп тораһы ла түгел, насарыраҡ йәшәй. Уларҙың ауыр хәленең төп сәбәбе – баҙар иҡтисады шарттарында үҙ ресурстары менән оҫта эш итә белмәү.

Бай тәбиғәт потенциалын һөҙөмтәһеҙ файҙаланыу өлгөһө итеп Әбйәлил районын күрһәтергә мөмкин. Уның территорияһында 33 ҙур күл урынлашҡан. Уларҙың барыһы менән дә тиерлек арендаторҙар файҙалана, етмәһә башлыса Силәбе өлкәһенән. Әйтәйек, Яктыкүлдең курорт зонаһы, нигеҙҙә, Магнитогорск эшҡыуарҙары тарафынан файҙаланыла. Әммә күлдәр менән файҙаланған өсөн ҡуртым түләүе бында бик түбән, һәм урындағы бюджет райондың уникаль тәбиғәт ресурсынан ниндәй ҙә булһа етди файҙа алмай. Мәҫәлән, былтыр курорт зонаһын ҡуртымға алыуҙан бюджетҡа 16 миллион һум аҡса ингән. Быйыл, ҡуртым түләүен арттырғандан һуң — 25 миллион. Әммә был да сиктән тыш аҙ.

Әбйәлил районында 26 гектар ерҙе биләүсе тау саңғыһы комплексы урынлашҡан. Әлеге ваҡытҡа тиклем ул аренда өсөн ни бары йылына 300 мең һум аҡса түләгән. Хәҙер түләү 2,5 миллионға тиклем еткерелде. Ләкин был да, Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, бик бәләкәй сумма.

— Киләсәктә бындай комплекс бюджетҡа 300 мең түгел,  300 миллион табыш килтерергә тейеш, — тине төбәк башлығы. – Ә тәүге осорҙа – 30 миллион булһын әйҙә. Район бюджеты бөгөн 500 миллион булыуын иҫәпкә алһаҡ, бындай ҡушымта бик һөҙөмтәле булыр ине. Мәскәү өлкәһендә, мәҫәлән, ауыл райондары үҙ ресурстарын максималь файҙалана, ә бит уларҙың потенциалы күпкә кәмерәк. Бында иһә беҙҙең бөтә нәмәбеҙ бар, ә баҙар иҡтисады шарттарында үҙ ресурстарыбыҙҙы оҫта файҙалана алмайбыҙ.

Рөстәм Хәмитов күлдәрҙе ҡуртымға алыусыларҙың яр буйы территорияһын кәртәләп алыу кеүек проблемаға ла иғтибар йүнәлтте. Урындағы халыҡтың күбеһе күптән быға ризаһыҙлығын белдерә. Үҙ тыуған ерендә йәшәп, үҙ күленә яҡын бара алмаһын әле...  

— Бындай күренеш кешелеклелек яғынан ҡарағанда ла һис килешерлек түгел, шулай уҡ законға ла ярашһыҙ, — тине республика башлығы. – Һыу кодексы буйынса яр буйы зонаһы барыһы өсөн дә асыҡ булырға тейеш. Һәм әгәр кемдер унда ҡойма ҡуя икән, ул һүтеп алынырға тейеш. Быны эшләгән район башлығы хаҡлы буласаҡ һәм уның үҙ халҡы алдында абруйы артасаҡ. Арендаторҙарға иһә, мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштермәй, яҡшылап аңлатырға кәрәк.