5 декабрь, Дүшәмбе

27 август 2010 йыл, 12:56

Башҡортостанда Белем көнө алдынан яңы һәм реконструкцияланған мәғариф объекттары асыла

автор: Эльмира Сабирова

Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостанда яңы төҙөлгән һәм реконструкция үткәрелгән мәғариф объекттары сафҡа индерелә. Йола буйынса улар уҡытыусылар менән уҙған йыл эштәренә йомғаҡ яһалған һәм киләһенә пландар барланған август кәңәшмәләре сиктәрендә асыла.  Бөгөн педсоветтар Бүздәк, Нуриман, Күгәрсен, Ғафури һәм башҡа райондарҙа үтә. Пленар ултырыштарҙа ҡатнашыуҙан тыш, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре яңы төҙөлөштәргә лә бара.

Мәҫәлән, Бүздәк ауылында бер юлы ике яңыртылған белем усағы – 1-се һәм 2-се урта мәктәп ишектәрен аса.  Ауыл халҡы әйтеүенсә, был учреждениеларға ысын мәғәнәһендә икенсе ғүмер бирелгән. Капиталь ремонттан тыш, мәктәпкә өҫтәп төкәтмәләр төҙөлгән.

Туймазы районында бер юлы ете мәғариф объектында төҙөлөш эштәре үткәрелгән. Мәҫәлән, Ҡандрыкүл ауылында 60 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлгән, ә Ҡарамалы-Ғөбәйҙә мәктәп һәм мәктәп янындағы интернат реконструкцияланған. Иҫке Туймазыла 110 тәрбиәләнеүсегә иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған, ошонда уҡ 220 уҡыусы белем аласаҡ мәктәп реконструкцияланған. Туймазы ҡалаһының үҙендә 300 уҡыусыға иҫәпләнгән 1-се мәктәп-интернатта капиталь ремонт һәм реконструкция эштәре башҡарылған. 1 сентябрҙә Төмәнәк ауылында урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ла яңыртылған бинаға киләсәк.

Йәнә бер өй туйын Шаран ауылы халҡы билдәләй. Бында 80 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлгән.  

темалар: мәғариф