9 декабрь, Йома

27 август 2010 йыл, 12:30

Башҡорт дәүләт филармонияһы яңы музыкаль проект әҙерләй

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы быйыл көҙ яңы музыкаль проект — «Алтын көҙҙөң моңдары» башҡорт һәм татар эстрадаһы концерт-фестивален тәҡдим итәсәк. Уның презентацияһы 23, 24 сентябргә билдәләнгән.

Әйтергә кәрәк, тамашасылар менән осрашыуға филармонияла етди әҙерләнәләр.  Музыкаль фестивалдә ҡатнашыуға тиҫтәләгән артистар саҡырылған. Улар араһында Фәдис Ғәниев, Әлфиә Юлсурина, Азамат Тимеров, Зифа Нагаева, Нурия Абдуллина, Наил Шәймәрҙәнов, Альберт Шаһиев, Фән Вәлиәхмәтов, Радик Вәлмөхәмәтов, Айгөл Һағынбаева, Римма Амангилдина, Лилиә Биктимерова, Фәрүәз Урманшин, Венера Рәхмәтуллина, Рушан Биктимеров, Гөлсөм Бикбулатова, Хәсән һәм Зилә Усмановтар, Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар һәм башҡалар бар.

Тамашасы улар башҡарыуында популяр халыҡ, композитор һәм автор йырҙарын ишетәсәк.  

Ойоштороусылар әйтеүенсә, яңы проект ике туғандаш халыҡ араһындағы дуҫлыҡты нығытырға, берләшергә саҡыра.

— Был концерт-фестиваль артабан матур йолаға әйләнер, тип ышанабыҙ. Йыл һайын ул ижади яҡтан үҫһен һәм тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандырһын, — ти проект режиссеры Салауат Итбаев.