3 декабрь, Шәмбе

27 август 2010 йыл, 11:54

Башҡортостанда участка һайлау комиссияларын ойоштороу бара

автор: Марина Шумилова

Башҡортостанда алдағы көҙгө һайлауҙарға әҙерлек сиктәрендә участка һайлау комиссияларын ойоштороу процесы бара. 1 сентябргә тиклем территориаль һайлау комиссиялары участка комиссиялары ағзалары кандидатуралары буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылдың 3 октябрендә республикала муниципаль берәмектәр: Өфө ҡалаһы ҡала округы (17-се һайлау округы буйынса), Саҡмағош районы (19-сы һайлау округы буйынса), Әлшәй районы (7-се һәм 10-сы һайлау округтары буйынса) муниципаль райондары Советтары, шулай уҡ Бөрө районы муниципаль районының Бурны ауыл Советы ауыл биләмәһе депутаттарын өҫтәп һайлау үткәреләсәк. Һайлауҙарҙа тауыш биреү өсөн 17 һайлау участкаһы төҙөлгән: Өфөнөң Октябрь районында – һигеҙ, Әлшәй районында – биш, Саҡмағош районында — өс, Бөрө районында (Николаевка ауылында) бер һайлау участкаһы эшләйәсәк.

темалар: һайлауҙар