5 декабрь, Дүшәмбе

27 август 2010 йыл, 11:20

Анкараның ҡала паркына Әхмәт-Зәки Вәлиди исеме бирелде

автор: Сергей Захаров

Кисә Башҡортостандың рәсми делегацияһы Төркиәнең баш ҡалаһы Анкараның Кечиорен районында Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге паркты асыуҙа ҡатнашты.  

Тантанала Төркиәнең мәҙәниәт һәм туризм министры урынбаҫары, ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары, шулай уҡ хөкүмәткә ҡарамаған был халыҡ-ара ойошмаға ингән илдәр һәм республикалар вәкилдәре ҡатнашты. Сарала билдәле ғалимдың улы Сөбәдәй Туған, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Төркиә Республикаһы баш ҡалаһында йәшәүселәр ҙә булды.  

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина Президент һәм Башҡортостан халҡы исеменән тантанаға йыйылыусыларҙың барыһын да тәбрикләне. Ул башҡорт һәм төрөк халҡы араһындағы дуҫтарса йылы мөнәсәбәттәр элек-электән килеүен билдәләне. Һәм бында Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусы һәм республиканың беренсе етәксеһе булыу ғына түгел, төрки телле халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм тарихын тикшереүгә һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Зәки Вәлидиҙең ҡаҙанышы ҙур.

— Уның исемендәге паркты асыу,  һис шикһеҙ, бәйләнештәребеҙҙе артабан үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Зөһрә Рәхмәтуллина.

Төркиә парктарына һәм урамдарына Әхмәт-Зәки Вәлиди исемен биреп, уның хәтерен мәңгеләштереү – ТӨРКСОЙ Генераль секретариаты инициативаһы ул. Был мөрәжәғәтте беренсе булып Кечиорен районы хакимиәте яҡлап сыҡты.

Шул уҡ көндө Башҡортостандың сәнғәт оҫталары икенсе Халыҡ-ара Рамаҙан фольклор фестивале сиктәрендә байрам концертында ҡатнашты.

Азербайжан, Сенегал, Тунис, Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Судан, Малайзия һәм башҡа мосолман илдәренән халыҡ йыр һәм бейеү коллективтары ҡатнашлығында ҙур музыкаль смотр бөтә изге Рамаҙан айы барышында дауам итәсәк.