7 декабрь, Шаршамбы

27 август 2010 йыл, 10:34

Ремонт арҡаһында ҡала яны электропоездарының расписаниеһына үҙгәрештәр индерелә

автор: Любовь Колоколова

7 — 12 сентябрҙә Дим — Өршәк участкаһындағы күпер таяуҙарының капиталь ремонты менән бәйле ҡала яны электропоездары хәрәкәтенең теҙмәһе үҙгәртеләсәк.  

"Башпригород" предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, үҙгәреш тимер юлдың был участкаһынан үтеүсе алты электричкаға ҡағыласаҡ. Был 6803/6804 һанлы «Өфө – Стәрлетамаҡ», 6853/6854 һанлы «Өфө – Инйәр», 6873/6874 һанлы «Инйәр – Дим», 6851/6852 һанлы «Өфө – Инйәр», 6856  һанлы «Дим – Ҡарламан», 6877/6878 һанлы «Ҡарламан – Өфө» электропоездары.

Бар үҙгәрештәр тураһында пассажирҙар ҡала яны кассаларында, шулай уҡ вокзалдарҙың белешмә хеҙмәтендә белә ала.

темалар: тимер юл