8 декабрь, Кесе йома

27 август 2010 йыл, 10:16

Нидерландтар Рәсәй төбәктәрендә ижтимағи үҙгәртеп ҡороуҙарға ярҙам итергә әҙер

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылдың 1 октябренә тиклем Рәсәйҙең коммерция булмаған ойошмаларынан Нидерландтар Короллегенең Рәсәйҙәге Илселегенең Matra бәләкәй гранттар конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итә.

Matra – ул Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәрендә, шулай уҡ Европа Союзына күрше илдәрҙә ижтимағи үҙгәртеп ҡороуҙарға булышлыҡ итеү программаһы, Нидерландтар Короллегенең Сит ил эштәре министрлығы уны 1994 йылдан тормошҡа ашыра.

Matra исеме ике голланд һүҙенең – maatschappelijke transformatie (ижтимағи үҙгәртеп ҡороу) – баш хәрефтәренән төҙөлгән. Программаның маҡсаты – законды күҙәтеүгә һәм кеше хоҡуҡтарын ихтирам итеүгә нигеҙләнгән асыҡ һәм демократик йәмғиәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлекте яҡлау.  

Проекттарға талаптарҙы, финанслау шарттарын һәм заявка бланкын Илселектең сайтында табырға мөмкин:

http://russia-ru.nlembassy.org/