4 декабрь, Йәкшәмбе

27 август 2010 йыл, 9:29

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан энергетиктарының йәйге спартакиадаһы старт ала

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

27 августа Өфөлә Башҡортостан энергетиктарының йәйге спартакиадаһы башлана. Уйындар “Нефтсе” стадионында, Өфө дәүләт нефть техник университетының спорт клубында һәм «Урал» волейбол клубының залында үтәсәк. Уларҙа 32 команда ҡатнаша. Спортсылар — 1400-ҙән ашыу кеше.  

Ярыштар бер нисә спорт төрөн үҙ эсенә ала. Улар иҫәбендә – волейбол, өҫтәл теннисы, еңел атлетика кросы, мини-футбол һәм башҡалар.

Спартакиада 28 августа тамамлана.

Уйындарҙы асыу тантанаһы 27 августа сәғәт 10.30-ҙа «Нефтсе» стадионында үтәсәк.

темалар: спартакиада