8 декабрь, Кесе йома

27 август 2010 йыл, 9:00

Сентябрь башында Өфөлә бал йәрминкәләре асыла

автор: Эльвира Латипова

4 һәм 5 сентябрҙә Орджоникидзе районында Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт йорто һәм Совет районында Йәштәр һарайы (элекке «Юбилей» Мәҙәниәт һарайы) алдындағы майҙандарҙа бал йәрминкәләре үтәсәк. Уларҙы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ойоштора.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәләрҙә бал һәм «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһының һәм республика умартасыларының башҡа продукцияһын тәмләп ҡарарға һәм һатып алырға мөмкин буласаҡ.