8 декабрь, Кесе йома

26 август 2010 йыл, 15:01

«Һаҡмар» леспромхозы үҙенең проблемаларын хәл итеүҙә республика башлығынан ярҙам көтә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Темәстәге «Һаҡмар» леспромхозы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – тармаҡтағы проблемалы предприятиеларҙың береһе. Бөгөн бындағы хәлдәр менән БР Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.

Проблема һуңғы арала ағас әҙерләү күләменең кәмеүенә ҡайтып ҡала.  

Заказдар иҫәбенең кәмеүенә, әлбиттә, иҡтисади көрсөк йоғонто яһаған. Әммә унан мөһимерәк сәбәп тә бар – ағас әҙерләү һәм эшкәртеү техникаһы иҫкергән. Уны яңыртыу өсөн әлеге етештереү күләмендә 10 миллион һум талап ителә, ә элекке күләмдә — ике-өс тапҡырға күберәк.

Предприятие был проблеманы үҙенең көсө менән хәл итә алмай, сөнки банктан кредит алыр өсөн ҡорамалдарҙы закладҡа һалып булмай – ул ныҡ иҫкергән, ә бина муниципаль милектә иҫәпләнә.

Эш хаҡы 7-12 мең һумға тиклем кәмегән. Ләкин, предприятие етәкселеге һүҙҙәренә ҡарағанда, халыҡ китмәй, сөнки эш хаҡы ваҡытында түләнә. Әммә Темәс ауылы халҡының күптәре был предприятиела эшләүселәрҙең социаль тәьмин ителеше тураһында бөтөнләй икенсе фекерҙә, һәм улар был турала республика Президентына тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы алдындағы әңгәмә барышында һөйләне.