3 декабрь, Шәмбе

26 август 2010 йыл, 16:21

Йәш ғалимдарҙы Германияға махсус тренингка саҡыралар

автор: Юлай Мәғсүмов

Германия һәм Европаны өйрәнеү үҙәге 2010 йылдың ноябрендә Бад-Урах (Германия) ҡалаһында үткәреләсәк "Европа тематикаһын өйрәнеү һәм уҡытыу: Рәсәй өсөн дәрестәр" тренингында ҡатнашыуға конкурс иғлан итә.

Конкурста һәм тренингта ҡатнашыуға Рәсәй төбәктәренән мәнфәғәттәр һәм эшмәкәрлек өлкәһе Европа тематикаһы менән бәйле булған йәш уҡытыусылар, аспиранттар һәм коммерция булмаған ойошмалар активистары саҡырыла.  

Программала ҡатнашыу өсөн 2010 йылдың 15 сентябренә тиклем info@zdes.spb.ru электрон адресына заявка ебәрергә кәрәк.