10 декабрь, Шәмбе

26 август 2010 йыл, 13:41

Ҡуянтау уҡыусыларының 1 сентябрҙә парта артына ултырмауҙары ла бар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ҡуянтау ауылы уҡыусыларының 1 сентябрҙә парта артына ултырмауҙары ла ихтимал. Урындағы мәктәп быйыл техник торошо буйынса файҙаланыуға ҡабул ителмәгән.  

1962 йылда төҙөлгән бина емерелеп бара, түбәһенән һыу үтә, ҡышын бында ныҡ һыуыҡ. Әлеге ваҡытта республикала бындай дүрт проблемалы мәктәп бар: тағы икәүһе Өфөлә һәм береһе — Дәүләкәндә. Үткән уҡыу йылында уҡ Ҡуянтау мәктәбе яртылаш ҡына файҙаланылған. Ауылда яңы мәктәпкә фундамент һалынған, әммә аҡса етешмәү сәбәпле эштәр туҡтатылған. Республика төҙөлөшкә ярҙам итергә әҙер, әммә яңы мәктәп төҙөлөшө Баймаҡ районы менән 50-гә 50 күләмендә өҫтәп финанслау шарттарында алып барылырға тейеш.

Урал аръяғында эш сәфәрендә йөрөгән Республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән һөйләшкәндә урындағы халыҡ иҫке мәктәпкә балаларын ебәрергә ҡурҡыуҙарын белдерҙе. Республика башлығы был проблеманы хәл итеүҙә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. 80 балаға иҫәпләнгән яңы мәктәп мотлаҡ төҙөләсәк. Әммә был да проблеманы тулыһынса хәл итмәйәсәк. Ауыл халҡы әйтеүенсә, бөгөн бында 120 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп кәрәк.