8 декабрь, Кесе йома

26 август 2010 йыл, 12:14

Республика аграрийҙары ҙур ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

8 октябрҙән 11-енә тиклем Мәскәүҙә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған «Алтын көҙ» күргәҙмәһе үтәсәк. Унда илебеҙҙең күп төбәктәренән һәм сит илдәрҙән вәкилдәр йыйыласаҡ.

Башҡортостан экспозициялары 140 квадрат метр майҙанды биләйәсәк. Ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары ҡуйыласаҡ, республика агросәнәғәт комплексының малсылыҡ, үҫемлекселек ҡаҙаныштары һәм башҡалар күрһәтеләсәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл был күргәҙмәне үткәреү үҙенсәлеге булып стендтарҙың мәғлүмәтлелеген күтәреү торасаҡ. Мәҫәлән, Башҡортостан агросәнәғәт комплексы стендында төбәктең паспортын урынлаштырыу ҡаралған. Шулай уҡ инвестиция проекттары менән таныштырыу, традицион аҙыҡ-түлек продукттарын тәмләп ҡарау һәм һатыу ҙур урын аласаҡ.

Сара сиктәрендә эшлекле бәйләнештәрҙе нығытырға булышлыҡ итеүсе бик күп мөһим осрашыуҙар үткәреләсәк. Белгестәр өсөн ғилми-ғәмәли семинарҙар һәм конференциялар үткәреү планлаштырыла.