9 декабрь, Йома

26 август 2010 йыл, 12:07

Борай спортсылары наркотиктарға ҡаршы

автор: Дмитрий Слезин

Борай ауылында Бөтә Рәсәй физкультурниктар көнөнә ҡарата «Спорт наркотиктарға ҡаршы» исеме аҫтында киң күләмле күмәк кеше ҡатнашҡан спорт сараһы булып үтте.

Волейбол һәм шахмат буйынса ярыштарҙа Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан йәш хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты.  

Шахмат буйынса ярыштарҙа Башҡортостан наркоконтроле хеҙмәткәрҙәре еңде.

Идаралыҡтың волейбол командаһы иһә, Борай район эске эштәр бүлегенең йыйылма командаһын артта ҡалдырып һәм хәл иткес осрашыуҙа Борай районы физкультура уҡытыусыларынан еңелеп, икенсе урын алды.

темалар: спорт